«Ватандаш» журналы Һаҙый Арыҫланов исемендәге конкурста беренсе урын яуланы

«Ватандаш» журналы фронтовик журналист Һаҙый Арыҫланов исемендәге республика конкурсында уңыш ҡаҙанды. Абруйлы конкурс еңеүселәре исеменә 40-лаған журналист дәғүә иткәйне. Жюри ағзалары тәү сиратта Һаҙый Арыҫлановтың ижады һәм тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған материалдарҙы юғары баһалаған. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның беренсе урын яулаған ике мәҡәләһе лә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған. Уларҙың тәүгеһендә Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Баймаҡ районының һуңғы һуғыш ветерандарының береһе Ғәйзулла Әблүзин тураһында яҙһа, икенсеһе редакция уҙғарған Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса акция йомғаҡтарына арналған. Журналист әйтеүенсә, үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышы яугиры ҡыҙы булараҡ, ул ҡаһарманлыҡ темаһына һәр яҙмаһын йөрәге аша үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ