Башҡортостанда Руденконың 140 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияға йомғаҡ яһалды

Шишмә районында бөгөн өс көн дауамында барған Археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференцияға йомғаҡ яһалды. Донъя ғалимдарын берләштергән форум был юлы этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының визит-үҙәге майҙанында йыр-моңдоң тынғаны юҡ. Миҙгел әйләнәһенә тиерлек төрлө мәҙәни осрашыуҙар даими ойошторола килә. Сираттағы сара ла халыҡ ижады өлгөләренән тыш үтмәне. Ул беренсенән төбәк фольклорын пропагандалаһа, икенсенән Башҡортостан тағы бер бай тарихи мираҫ һаҡлауын бәйән итте.

Өс көн дауамында барған Археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференцияһының йомғаҡлау өлөшө Шишмә районында үтте. Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Программаға Турахан кәшәнәһе лә осраҡлы индерелмәгән. Сөнки, ул һуңғы йылдарҙа донъя ғалимдар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан төп тарихи ҡомартҡылар исемлегендә.

Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә. Сергей Руденконың башҡорттар тураһындағы ғилми хеҙмәте менән бергә, Дала Евразияһының тарихы һәм мәҙәниәтенә арналған ике түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Әйткәндәй, Сергей Руденко 1906-1930 йылдарҙа 14 экспедиция яһай һәм 10 меңдән ашыу ҡомартҡы туплай. Улар араһында башҡорттарға арналғаны айырым урын биләй.

Ғилми сара уңайынан донъя ғалимдарының хеҙмәттәре айырым бер йыйынтыҡҡа тупланды. Һәм конференция һөҙөмтәһе булып резолюция ҡабул ителде. Маҡсаттар киләһе йылдарҙан эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ