Йыл башынан алып аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереү индексы 122 процентҡа еткән

Рәсәйҙә был күрһәткес уртаса 99 процентҡа тиң. Ҡаҙаныштар менән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тармаҡ министры урынбаҫары таныштырҙы. Был өлкәлә етештереү күләмдәренең артыуы экспортҡа сығыу мөмкинлеге лә бирә. Ун айҙа Башҡортостандан тышҡы баҙарға 428 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы сығарылған.

Экспорт өсөн иген лабороторияла төрлө күрһәткестәр буйынса етди тикшереү үтә. Фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап биргән ашлыҡ ҡына сит илгә оҙатыла. Йыл башынан алып 482 партия иген Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы контроле аша үткән.

Быйыл Башҡортостан экспортҡа былтырғы менән сағыштырғанда 10 мең тоннаға күберәк иген оҙатҡан. Бынан тыш майлы культуралар, шәкәр сеймалы һәм башҡа продукция. Йәмғеһе 271 миллион долларға.

Радий Хәбиров республиканың мөмкинлектәре бының менән генә сикләнмәүен белдерҙе. Маҡсат ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса тәүге өс төбәк исемлегенә инеү.

Радий Хәбировты ауыл халҡының заман уңайлыҡтары менән файҙаланыу мөмкинлеге лә ҡыҙыҡһындыра. Һанлы тигеҙлек программаһы төпкөлдәрҙе лә донъяуи селтәргә тоташтыра. Төбәк башлығы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрынан интернет үтәсәк ауылдарға тауыш биреү барышын белеште.

Оператив кәңәшмәлә республика халҡын гриптан һаҡлау мәсьәләһе лә ҡаралды. Коллектиа иммунитет булһын өсөн төбәк халҡының 60 проценты вакцина яһатҡан булыуы шарт. Был иһә ике миллион ярым тирәһе кеше. Әле тейешле күләмдең 63 проценты ғына прививкаланған. Радий Хәбиров эпидемияға юл ҡуймау өсөн вакцинациялауҙы әүҙемләштерергә ҡушты.

А.Кәбиров

Волна
Акции БСТ