Радий Хәбиров участковыйҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Өфөнөң Совет районында урынлашҡан 80-се полиция участка пунктында Ульяна Хәйретдинова һәм Динар Хәйбрахманов менән осрашты.

Республика етәксеһе участковыйҙарҙың эше, халыҡтың уларға ниндәй һорауҙар һәм проблемалар менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Участковыйҙар әйтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ғаилә-көнкүреш низағтары менән бәйле. Ульянаның тормош иптәше әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша, кескәй ҡыҙҙары бар. Полиция майоры Динар Хәйбрахманов үҙенең 15 йылдан ашыу участковый булып эшләүе тураһында һөйләне. Республика башлығы полиция хеҙмәткәрҙәренә яуаплы эштәрендә уңыштар теләне, ә Ульянанан иренә үҙенән сәләм еткереүен һораны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ