Башҡортостанда үткән Рәсәй креатив мәктәптәр съезы ҡатнашыусыларҙан юғары баһа алды

Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезында ҡатнашыусылар Башҡортостандан бай тәьҫораттар менән таралашты. Сара тәүге тапҡыр илдең баш ҡалаһынан ситтә ойошторолдо.

Ике көн дауамында егеттәр-ҡыҙҙар иң яҡшы тәжрибәләр менән танышты, федераль эксперттарҙы һәм илдең ҙур компаниялары вәкилдәрен тыңланы. Республика үҙ сиратында үҙенең потенциалын күрһәтә алды. Креатив индустрия мәктәптәре 2022 йылдан Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында асыла башланы. Уларҙа 12-18 йәшлек үҫмерҙәр креатив индустрия өлкәһендә төп йүнәлештәр буйынса уҡый. Бындай мәктәптәр бөгөн Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа лә эшләп килә. Бөтә ил буйынса белем биреү үҙәктәре етәкселәре һәм педагогтары Башҡортостанда ойошторолған съезда яңы белем алды, эштәрендә ярҙам итерлек һорауҙарға яуап эҙләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ