Ауыл хужалығында табышлы эшләргә «Агростартап» ярҙамға килә. Ауырғазы районында урынлашҡан Воловиков крәҫтиән-фермер хужалығында заманса техникалар дәүләт грантына һатып алынған. Уңышлы эшләүсе фермерҙар эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Владислав Воловиков 90-сы йылдарҙа уҡ теплицала йәшелсә үҫтереүгә тотона. Һуңғараҡ был шөғөл табыш килтермәй башлай һәм ул эшен туҡтатырға мәжбүр була.Тиҫтә йылдан һуң, шул уҡ ерҙәрҙә фермер яңынан ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Был юлы йәшел һуған үҫтерергә ҡарар итә. Заказдар артҡан һайын майҙандарҙы киңәйтә.Башта теплицаларҙың береһен тергеҙә, стеллаждар эшләй, газ менән йылытыу ҡорамалдарын монтажлай.
Һутлы һәм тулы йәшел һабаҡтар алыу өсөн фермерҙар үҙенсәлекле һуған ҡуллана, сөнки республикла үҫтерелгәндәр тейешле масса һәм күләм бирмәй. Әлегә фермерҙарға ултыртыу өсөн материалды Әстрхан менән Волгоград өлкәләренән алып ҡайтырға тура килә. Әммә бындай ысул ҡиммәткә төшә һәм иҡтисади яҡтан отошло түгел. Шуға күрә лә фермерҙар сәсеү өсөн һуғандың стардасс һәм штутгартенризен сорттарына өҫтөнлөк бирә.
Һуған үҫтереү өсөн Фермерҙарҙың ерҙәре етерлек. Бынан тыш, тағы 5 гектарҙа пай ауыл хужалығы майҙандары бар. Заман техникаһы булыуы ла эштәрен ырамлы итә. «Агростартап» программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Воловиковтар дәүләттән ике миллион һумдан ашыу аҡса алған Был аҡсаға улар трактор һәм аҫылмалы ҡорамалдар һатып алған.
130 квадрат метрлыҡ теплицала октябрь башынан май урталарына хәтлем стардасс һәм штудгартер ризен сорттары үҫтерелә. Аталы-уллы Илья һәм Владислав Воловиковтар был майҙандарҙан яҡынса 10-12 тонна йәшел һуған үҫтереп һатырға ниәтләй.
Гүзәл Борханова



