Республиканың юғары суды ошондай ҡарар ҡабул итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа «Ирекле медиа» автономиялы коммерция булмаған ойошманың структур бүлексәһе-«Пруфы/Новости Уфы и Башкирии» телеграм-каналында пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенә осоуы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма донъя күрә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иһә был хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген, рәсми белешмәләргә түгел, ә авторҙың шәхси сығанаҡтарына ғына нигеҙләнгәнен дәлилләй. Әйткәндәй, «Пруфы» яуаплылылыҡҡа беренсе тапҡыр ғына тарттырылмай. Мәҫәлән, былтыр ноябрҙә Өфөнөң Совет районы суды Рәсәй ҡануниәтен боҙған өсөн 200 мең, медиаресурстың баш мөхәрриренә 60 мең һум күләмендә штраф һала. Февралдә суд «Пруфы» нәшриәтсеһе Рәүфә Рәхимоваға власть менән йәмғиәткә ихтирамһыҙлығы өсөн дә штраф һала, ә апрелдә уға туҡмау өсөн административ статья буйынса 80 сәғәт мотлаҡ эш төрөнә яза тәғәйенләнә.



