Өфөлә хәрбиҙәр өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды

Хәрбиҙәр эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды. Утыҙҙан ашыу кеше уҡыуға ғариза биргән. Психологтар, эшҡыуарҙар һәм педагогтар ярҙам саралары, табышлы эште дөрөҫ алып барыу ҡағиҙәләрен аңлата. Интенсив биш көн дауам итә. Сертификаттарҙан тыш, сығарылыш уҡыусылары 100 мең һум күләмендә грант аласаҡ. Уҡыуҙар илдең 89 төбәгендә алып барыла. Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары өсөн бындай курстар төрлө ведомстволар тарафынан да ойошторола.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ