Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары тәбрикләнде. Махсус хәрби операция хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн оло һынау. Кисәлә ошо ауыр йөктө үҙ иңдәрендә күтәреүселәр хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең уйҙары һәм кисерештәре менән уртаҡлашты. Һәр кем берҙәмлек, көслө рух Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итәсәгенә ышаныуын белдерҙе.



