Бөгөн-Халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө. Статистика мәғлүмәттәре буйынса донъяла һәр унынсы сабый ваҡытынан алда тыуа. Бер килогамм ауырлыҡ та йыйып өлгөрмәгән балаларҙың сәләмәтлеге, тәү сиратта, табиптарҙың тынғыһыҙ, фиҙәҡәр хеҙмәте һәм ата-әсә һөйөүенән нығый. Йәшәргә ынтылыштары көслө булған кескәйҙәр тураһында киләһе яҙмала
Йөклөлөктөң бишенсе айында ни бары 400 грамм ауырлыҡ менән тыуған сабый бөгөн тиҫтерҙәренән айырылмай. Шыуыша, өндәр сығара, уйынсыҡтарҙы айыра. Салауаттан Диана Кузнецова ҡыҙы Софияның дөрөҫ үҫешенә күп көс һалып, сәләмәтлеккә булған бәләкәй генә аҙымдарына ла ҡыуана. Баш ҡалалағы «Салют» балалар реабилитация үҙәгендә лә бала өсөн сираттағы дауалау курсы башланған.
17 ноябрҙә Халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө билдәләнә. Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙың ғүмерҙәре тап дауахана стеналарында ҡотҡарыла. Реанимация, интенсив терапия, реабилитация саралары-кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу буйынса юғары технология медицина ярҙамы күрһәтелә. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәгендә лә яңы ғына тыуған сабыйҙарҙың хәлен тотороҡлау эше системаға һалынған. Һәр балаға-айырым иғтибар.
Яңы тыуған балалар реанимацияһы һәм интенсив терапия бүлегенең матди-техник базаһын нығытыуға ла юғары иғтибар бүленә. Яңыраҡ ҡына «Ғаилә» милли проекты менән «Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк проекты сиктәрендә 8 яһалма елләтеү аппаратураһы һәм асыҡ реанимация системаһы һатып алынған.
Дауалау, реабилитация саралары етлекмәй тыуған балалар араһында инвалид булып ҡалыу хәүефен кәметә. Сабыйға ғына түгел, ата-әсәләргә лә ярҙам күрһәтелә. Патология бүлегендә баланы дөрөҫ күтәрергә, ашатырға һәм төрөргә өйрәтәләр. Бынан тыш, гүзәл заттар күкрәк һөтө имеҙеү буйынса консультациялар ҙа ала. Заманса дауалау алымдары, иртә абилитация сабыйҙарҙың сәләмәт киләсәгенә нигеҙ булып тора.
Етлекмәй тыуған балаларҙың күп өлөшө Республика клиник перинаталь үҙәк ҡарауында. Быйыл туғыҙ ай эсендә медицина учреждениеһында 760 сабый ваҡытынан алда тыуған. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ыңғай динамика күҙәтелә. Экстремаль түбән ауырлыҡта тыуған балалар кәмегән.
Халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө уңайынан перинаталь үҙәктә байрам сараһы ла уҙғарылды. Байрамға ҡасандыр ошо дауахана ҡурсалауында булған малай-ҡыҙҙар саҡырылды. Ата-әсәләр йәнә бер тапҡыр табиптарға рәхмәтен белдерҙе.
Табиптар билдәләүенсә, перинаталь үҙәк стеналарында ғаиләләр менән йылы осрашыуҙар даими уҙғарыла. Бер килограммға тиклем ауырлыҡта тыуған сабыйҙарҙың оҙайлы дауалау курстарынан һуң аяғында ныҡлы баҫып тороуы-медицина хеҙмәткәрҙәре башҡарған эштәрҙең баһаһын да күтәрә. Ҡотҡарылған һәр ғүмер-берҙәм көс менән ҙур һынауҙар аша яуланған.
Гөлназ Хәйбуллина



