Өфөлә Бахрейн менән дин-ара һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса диалог ҡуйылды

Заман геосәйәсәте шарттарында традицион дин үҙәктәре менән әүҙем диалогты һаҡлап ҡалыу мөһим, тине Радий Хәбиров Бахрейн Короллегенең ислам эштәре буйынса Юғары совет президенты Абдулрахман бин Мөхәммәт бин Рашид Әл Хәлифә менән осрашыуҙа.

Сит ил вәкиле «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: Бер өммәт-бер яҙмыш» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыу өсөн килгән. Яҡтар иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Радий Хәбиров традицион исламда конфессия-ара татыулыҡ ҡиммәттәрен һаҡлау мөһимлеген билдәләне.

Абдулрахман бин Мөхәммәт бин Рашид Әл Хәлифә шәйех Башҡортостан башлығына йылы ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Бахрейн Короле Хамад бин Исы Әл Халифәнең сәләмен еткерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ