Туймазы районы Төмәнәк ауылында кекусин карате, кекусин кунчаку буйынса Рәсәй Кубогы уҙҙы

Ярышҡа Башҡортостан менән Татарстан төбәктәренән 100-гә яҡын спортсы йыйылды. Улар араһында күп тапҡырҙар донъя, халыҡ-ара турнирҙар чемпиондары, ҡара билбау яулаусылар, тренерлыҡ эшендә 35 йылдан ашыу стажы булған карате уҡытыусылары бар. Спорт сараһында Туймазынан 30 спортсы ҡатнашты, уларҙың барыһы ла төрлө категорияларҙа, дисциплиналарҙа һәм номинацияларҙа чемпион исемен һәм призлы урындар яуланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ