Мәғариф өлкәһен кадрҙар менән тәьмин итеп, инфраструктураны үҫтереү-республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Мин-киләсәк педагогы» слетында ҡатнашҡан йәш уҡытыусылар, педагогия университеты һәм колледж студенттары менән осрашып, уларҙы борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Мин-киләсәк педагогы» слетында ҡатнашыусылар менән һөйләшеүҙе башлап, мәғариф өлкәһенә ҡағылған яңылыҡтар менән таныштырҙы. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, дипломлы белгескә уҡытыусы эшен башлауҙа ярҙам саралары ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта район-ҡалаларҙа белем усаҡтарын төҙөкләндереүгә лә иғтибар юғары. Һәр мәктәп интернетҡа тоташтырылған, үҫеш һәм ҡайнау нөктәләре булдырылған. Яңы объекттар ҙа төҙөлә.
Республикала юғары белем инфраструктураһы йылдам үҫешә. Сараның вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә ойошторолоуы ла осраҡлы түгел-йәш педагогтарға урындағы лабораторияларға экскурсия уҙғарылған, бынан тыш, улар эргәләге күләмле төҙөлөш менән танышҡан. Бер стилобат менән тоташҡан ете башня сафҡа индерелеү менән студенттарға уҡыу һәм йәшәү өсөн заманса шарттар булдырыласаҡ.
Киләсәктә мәғариф системаһын нисек күҙаллайһығыҙ? Кем ул киләсәк педагогы? Инклюзив белем биреү системаһын үҫтереү һәм уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү мөмкинлектәре. Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап бирҙе. Һөйләшеү барышында мәктәп йылдарында иң яратҡан дәресе әҙәбиәт булыуын да билдәләне, әммә инша яҙырға яратмаған.
Йәш һәм буласаҡ педагогтар төбәк етәксеһе менән тәүгә генә осрашмай, иҫәп буйынса бындай сара икенсегә үтә.
Сара сиктәрендә «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының кимәлен күтәреү бурысы ла ҡуйылды. Шулай уҡ бер төркөм йәш педагогтар Башҡортостан башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Тығыҙ эш графигы булыуға ҡарамаҫтан, Радий Хәбиров слетта ҡатнашыусыларҙың бер мөрәжәғәтен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әйткәндәй, был аҙнала ул Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән дә осраша. Тәүмаҡсат-алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе берләштереп, республика үҫешенә йәлеп итеү.
Гөлназ Хәйбуллина



