Өфөлә Розалиә Солтангәрәеваның юбилей кисәһе үтте

Яҡшылыҡ нуры. Төрлө быуын тамашасылары өсөн сәнғәт һәм илһам байрамы. «Башҡортостан» концерт залында халыҡ сәсәне, фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның юбилейы һәм ярты быуатлыҡ ижадына арналған театрлаштырылған тамаша уҙҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Розалиә Солтангәрәеваның юбилейы һәм ижад юлына арналған лирик-драматик, әҙәби музыкаль тамаша Урал батыр эпосына, халыҡ йырҙарына нигеҙләнгән.. Башҡорт йолаларын, фольклорын төплө өйрәнеүсе ғалим-йыраусы башҡарған бәйеттәр, ҡобайырҙар ихласлыҡ һәм мөхәббәт менән һуғарылған. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы фәнни карьераһын сәнғәт менән бергә алып бара. Йола фольклоры, эпик риүәйәттәр һәм халыҡ хореографияһы буйынса төп эксперт статусына тиклем үҫешә.

Розалиә Солтангәрәеваның биш йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уларҙың 27-һе монография, ҡалғандары уҡыу әсбәптары һәм сит илдәрҙә юғары мәктәп журналдарында баҫтырылған фәнни мәҡәләләр..

Уның тамырҙары Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылынан. Атаһы тарих уҡытыусыһы Әсфәндиәр Мөхәмәҙиә улы, әсәһе Йәмилә Әйүп ҡыҙы халыҡ йырҙарын, риүйәттәрҙе, әкиәттәрҙе яҡшы белә. Алдынғы ҡарашлы ауыл уҡытыусылары балаларын юғары мәҙәниәтле итеп үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдыра.

Розалиә Солтангәрәева боронғо сәнғәтте-ҡасандыр һәр башҡорт ауылында яңғыраған эпик риүәйәттәрҙе тергеҙә. Уның башҡарыуы ябай реконструкция түгел, ә ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән йоланың тере дауамы, быуаттар төпкөлөнән килгән мәҙәни кодты аңлата белеү маһирлығы. Һүҙ, ритм, интонация аша иғтибарлы тикшеренеүсе тамашасыны боронғо риүәйәттәр доньяһына

сәйәхәт иттерә. Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Ҡырғыҙстан республикаһының Манас академияһының почетлы прфессоры һәм күп һанлы халыҡ-ара конкурстар лауреаты ла.

Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙының ярты быуатлыҡ ижадында үткәндәр киләсәк менән һөйләшә. Башҡортостандың халыҡ сәсәне, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре Розалия Солтангәрәеваның мөхәббәт менән тулы йөрәге телебеҙгә хөрмәт, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, ил-йортобоҙға тыныслыҡ теләп тибә.

Гүзәл Борханова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ