Унда республиканың төрлө райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби бәрелештәр ветерандары саҡырылды. Сара майҙансығында Шаран районы хакимиәте башлығы, республиканың адаптив спорт үҙәге директоры, шулай уҡ «Ватан һаҡсылары» махсус хәрби операция яугирнҙапрына ярҙам фонды филиалдарының социаль координаторҙары булды.
Ярышта ҡатнашыусыларға ултырып волейболда уйнау, дартц, электрон ҡоралдан атыу, өҫтәл теннисы, армрестлинг һәм пауэрлифтинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштролдо. Һөҙөмтәлә ветерандар үҙҙәре өсөн яңы спорт төрҙәре менән танышты, теләүселәр күнекмәләргә яҙыла алды.



