«Еңеү ҡайтыр атай менән». «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимованың махсус хәрби операция яугирҙарына арналған китабы шулай тип атала. Яңы баҫманың исем туйы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үтте.
«Еңеү ҡайтыр атай менән» йыйынтығы урыҫ һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт телдәрендә баҫылып сығарылған. Баймаҡ ҡалаһында үткән китаптың исем туйында уның геройҙары-«Башҡорт», «Артист» позывнойлы яугирҙар, уларҙың ғаиләләре, «Беҙ-берЙгә!», «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаларының етәкселәре, ирекмәндәр, авторҙың туғандары, ҡәләмдәштәре ҡатнашты.
Китап ике өлөштән тора: беренсеһе тыныс тормош өсөн йәнен аямай дошмандар менән яуҙа батырҙарса көрәшкән һалдат-геройҙарыбыҙ хаҡында булһа, икенсеһе тылдағы балалар һәм ололарҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре тураһында. Кисәлә ҡала һәм райондың төрлө мәктәп уҡыусылары «Йәншишмә» гәзите иғлан иткән «Өскөл хаттар» акцияһында ҡушылып махсус хәрби операция яугирҙарына хаттар яҙҙы.
Зөһрә Хәкимова яҙыусылыҡ эшенән тыш, Баймаҡта ойошторолған «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө ағзаһы булып тора. «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабы-махсус хәрби операция тарихының уйға һалырлыҡ бер өлөшө, ҡаһарман яугирҙарҙың хәтирәһе, яҙмышы. Киләсәк быуында матур, илһөйәрлек, көслө рух сифаттарын тәрбиәләүгә йүнәлеш биреүсе йыйынтыҡ.




