Ҡырғыҙ-Миәкәлә легендар Керчь аты хаҡында йәнһүрәт күрһәтелде

Йәнһүрәт аша балалар тарихты өйрәнә. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының «Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто»нда «Керчь» ҡушаматлы легендар атҡа арналған мультипликация фильмының премьераһы үтте.

Кадр артында. Керчь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер ат була. Дүрт йыл эсендә ул Уралдан Берлинғаса хәрби юл үтеп, ике тапҡыр яралана. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының хәтирәләре буйынса, Керчь башҡа аттарҙан ныҡ һәм сыҙамлы булыуы менән айырыла. Уның тарихын, данын күптәр белә, яңы мәғлүмәттәр туплана. Был юлы яҡташтары «Беренселәр хәрәкәте» грант конкурсы ярҙамында балалар ҡатнашлығында 13 минутлыҡ йәнһүрәт төшөргән. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен оператор, ҡораусы булараҡ та һынап ҡараған. Йәш ижадсылар анимация сәнғәтен генә түгел, тыуған яҡ тарихын өйрәнә. 1 миллион һум грант аҡсаһына экран, балалар студияһы өсөн ултырғыстар һәм башҡа йыһаздар һатып алынған.

Йәнһүрт өҫтөндә генә эш алып барылмай. Миәкә районы мәктәбе уҡыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре ижади эштәр конкурсында ҡатнаша. Балаларҙан Керчь атына бәйле һүрәттәр, иншалар, шиғырҙар бәйгеһенә 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. «Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто» методистары әйтеүенсә, йәш быуын араһында легендар ат тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ