Был транспорт тармағының төп йыл ваҡиғаһы. 4 мең ярымдан ашыу делегатты берләштергән эшлекле программала Рәсәй транспорт системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тикшерелә. Форум майҙансығында Башҡортостан башлығы федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, шулай уҡ федераль трассаларҙа хәүефһеҙлекте арттырыу мәсьәләләрен барланы. Росавтодор етәксеһе республиканың идара итеү командаһына берлектәге эше һәм «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының бурыстарына өлгәшкәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Гулин менән осрашты. Унда үҙ-ара хеҙмәттәшлек, шул иҫәптән күсмә ауырлыҡ контроле пункттарының эшен көсәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров йөк машиналарына ҡаршы көрәш өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһенә әүерелеүен билдәләне.
Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Андрей Никитин менән дә осрашты. Яҡтар Кузнецов Затоны биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер үткәүеле менән Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөүҙе финанслау мәсьәләләрен, шулай уҡ Өфө тимер юл узелын үҫтереү проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Рәсәйҙең транспорт министры үҙенең хеҙмәт юлын Өфөлә башлауын, унда 10 йыл дауамында эшләүе тураһында һөйләне. Төбәк башлығы быйыл республикала бер нисә ҙур юл объекттарын сафҡа индерелеүен билдәләне. Улар араһында Башҡортостан буйлап үткән М-12 федераль автотрассаһы участкаһы ла бар. Бынан тыш, Башҡортостан менән Татарстан сигендә Ыҡ йылғаһы аша күпер буйлап хәрәкәт ебәрелде. Бының өсөн Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Транспорт министрлығына рәхмәт белдерҙе.




