Республика табиптары юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан халҡын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Кремлдең рәсми сайтындағы документҡа ярашлы, «Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы» исеменә Өфөнән ике кеше лайыҡ булған. Наградалар яҡын арала тантаналы рәүештә тапшырылыр тип көтөлә. Лев Чудновец ҡан тамырҙары хирургы булып өс тиҫтә йыллап эшләй. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында алып барған эшмәкәрлеген ул фәнни яҡтан да нығытҡан. Медицина фәндәре кандидаты бөгөн дә ғилми эҙләнеүҙәр өҫтөндә.

Тармаҡта ныҡлап эшләй башлаған осорҙа республикала тәүгеләрҙән булып бер көндә дүрт операция эшләнем. Медицинаға килгән заманса технологиялар, яңы алымдар һөҙөмтәһендә ғилми эшмәкәрлекте лә бргә алып барырға тура килә. Эш шуның менән дә мөһим.

Лев Чудновец, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы

Рәсәйҙең атҡаҙанған табибына исеменә лайыҡ булыусы Әсхәт Кәримов Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире. Шулай уҡ медицина фәндәре кандидаты. Анестезиолог-реаниматолог булып ул 40 йылдан ашыу эшләй. Әсхәт Исмәғил улы Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы дауаханаһында эш башлай. Туғыҙ йылдан һуң Республика клиник онкология диспансерына урынлаша.

Бик күп операциялар эшләргә, әллә күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Әлбиттә, ул дөйөм коллективтың эш һөҙөмтәһе. Операция анестезиологтан тыш, хирург, шәфҡәт туташтары ярҙамында үтә. Төп тәжрибәне мин Оло Ыҡтамаҡта эшләгән осорҙа алдым. Унан һуң, Өфөлә. Ошо юлға әйҙәгән, белем биргән остаздарымына рәхмәтлемен.

Әсхәт Кәримов, Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ