Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзына яңы етәксе

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Рәшиҙә Солтанова үҙ теләге менән рәйес вазифаһында эшмәкәрлеген тамамланы. Отчет-һайлау конференцияһында ул үҙе етәкселегендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Делегаттар отчетты ҡабул итеп, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насированы бер тауыштан рәйес итеп һайланы.Рәшиҙә Солтанованың рәйес вазифаһын ҡалдырыуы ҡатын-ҡыҙҙар союзы тормошонда мөһим этаптың тамамланыуы. Уның 28 йыллыҡ хеҙмәте, халыҡсан, ғәҙел, ярҙамсыл булыуы һәм лидерлыҡ сифаттары республиканың йәмәғәт тормошонда яҡты эҙ ҡалдырҙы. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы власть институттары менән һөҙөмтәле диалог төҙөүсе, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаиләләр мәнфәғәтен төбәк һәм ил кимәлендә яҡлауға ирешеүсе шәхес. Рәшиҙә Сотанованы делегаттар бер тауыштан Почетлы рәйес итеп раҫланы.

Ҡатын -ҡыҙҙар яңы лидерҙы алҡышлап ҡаршы алды. Был һайлау осраҡлы түгел. Гүзәл Рәйес ҡыҙы мәғариф һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә эшләгән йылдарында үҙен оҫта етәксе һәм граждандарҙың социаль мәсьәләләрен тәрән аңлап, эш итеүсе, төрлө кимәлдә аралаша белеүсе замандашыбыҙ булараҡ таныта. Үҙенең тәүге сығышында Гүзәл Рәйес ҡыҙы пландары менән уртаҡлашты, республиканы Рәсәй кимәлендә алдынғы итеүҙә,

Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың тағы ла берҙәмерәк, көслөрәк булыуҙарын теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ