Хәйбулла районында хәрбиҙәр ғаиләләре өсөн ярҙам клубы эшләй

Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү-дәүләтебеҙҙең өҫтөнлөклө бурысы. Хәйбулла районында был йүнәлештә ҙур эш алып барыла. Изге миссияға шулай уҡ бөтә ауыл биләмәләре, ойошмалар, битараф булмаған халыҡ һәм ирекмәндәр ҙә ҡушылған. Быйыл шулай уҡ төбәктә махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн клуб ойошторолған. Уның төп маҡсаты-ауырлыҡтар менән осрашҡан кешеләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү, аралашыу һәм берләшеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатов төбәккә эш сәфәре барышында яуҙа һәләк булыусыларҙың әсәләре менән осрашты. Уңайлы мөхиттә ҡатнашыусылар үҙҙәренең кисерештәре менән уртаҡлашты, ярҙам һәм таяныс һүҙҙәре алды. Ирекмәндәр һәм район халҡы башҡарған ирекмәнлек эше депутатта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ