Өфөлә Миҙхәт Ғәйнуллиндың 100 йыллығына арналған ғилми ултырыш үтте

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында күренекле ғалим Миҙхәт Ғәйнуллиндың 100 йыллығына арналған киңәйтелгән ғилми ултырыш үтте. Сараның тап федераль үҙәктә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Миҙхәт Фазлый улы институтта эшләгән осорҙа башҡорт әҙәбиәт ғилеме үҫешенә тос өлөш индерә. Драматургия өлкәһе буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Ултырышта ҡатнашыусылар шәхестең тормошо һәм ғилми эшмәкәрлегенә киң байҡау яһаны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ