Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Алтын ҡулса» гастролдәре дауам итә

Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» буйлап гастролдәре дауам итә. Ижади сәфәрҙең өсөнсө көнө Бөйөк Ростов ҡалаһында үтте. Гастроль өсөн башҡорт халыҡ һәм классик көй-моңдар менән бергә, оркестрға махсус яҙылған яңы композицияларҙы үҙ эсенә алған программа төҙөлгән.

Ижади сәфәр сиктәрендә оркестр Рус география йәмғиәте менән берлектә үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла. Тамашасылар Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм сәнғәте, шулай уҡ һоҡланғыс тәбиғәт һәйкәлдәре төшөрөлгән фотокүргәҙмә менән таныша ала. «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» буйлап гастролдәр 23 ноябргә тиклем дауам итә. Быйылғы сәфәр Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 25 йыллығына арналған.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ