«Щелкунчик»ҡа билеттар яңынан рекордлы тиҙлек менән таралды

«Щелкунчик»ҡа билеттар ҡалмаған, барлыҡ урындар сәғәт ярым эсендә һатылып бөткән. Һәр йылдағыса, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында ҡыш ҡуйылған легендар балетты ҡарарға теләүселәр күп. Билет хаҡы былтырғы кимәлдә һаҡланған-350 һумдан 6 меңгәсә. Быйылғы миҙгелдә ижади коллектив тамашасылар уңайлығы өсөн спектаклдәргә билет һатыуҙы билдәле көндәрҙә генә аса. Әйтәйек, 18 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт ун икелә 19 декабрҙә ҡуйыласаҡ спектаклгә билет һатыуға старт бирелде. Театр етәкселеге билдәләүенсә, кассала сират күҙәтелгән, шул уҡ ваҡытта сайт аша ла онлайн һатып алыусылар күп булған. Һәр спектаклгә айырым көндәрҙә генә билет тәҡдим итеү практикаһы алыпһатарҙарға эләгеү ихтималлығын кәметә. Был аҙнала «Щелкунчикка» тағы ла 20 һәм 22 ноябрҙә билет һатыу ойошторола.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ