Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә студенттар менән осрашты

Республикала тыуып үҫкән йәштәр менән аралашыу «Яҡташ» мәғариф форумы сиктәрендә ойошторолдо. Төбәк башлығы Радий Хәбиров яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Башҡортостанда йәш белгестәргә лайыҡлы хеҙмәт юлына баҫыу өсөн гранттар һәм стартап программалары байтаҡ. Республика етәкселеге һәләтле, тырыш яҡташтарға һәр саҡ күп яҡлы ярҙам күрһәтергә әҙер. Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа профессиональ үҫеш өсөн мегаполистарҙағы кеүек үк шарттар тыуҙырылған.

Аралашыу барышында Радий Хәбиров Башҡортостан сәнәғәт, фәнни-техник үҫеш, бизнес өсөн инвестиция климаты йәһәтенән илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә тип белдерҙе. Тышҡы иҡтисади үҫеш буйынса ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыла. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа 700-ҙән ашыу студент ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ