Стәрлебаш ирекмәндәре фронтҡа сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләй

Тыуған яҡ үләндәренән бешерелгән сәй яугирҙары йылыта ла, рухландыра ла, ти Стәрлебаш районы Ҡабыҡыуыш ирекмәндәре. Ауыл халҡы ике йылдан ашыу фронтҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек туплай. Сираттағы гуманитар ылау декабрҙә юлға сығасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Йыр менән эш тә ырай. Ҡабыҡыуыш ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн ваҡытын да көсөн дә йәлләмәй. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» хәрәкәте ирекмәндәре 2023 йылдан гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә. Минзәлә Сатучина хәҙер нисә маскировка селтәре үргәнен дә хәтерләмәй.

Ирекмәндәр тырышлығы менән махсус хәрби операция биләмәһенә 80 маскировка селтәре оҙатылған. Гүзәл заттар ҡыш көндәренә маскировка селтәрҙәрен аҡ төҫтә үрә. Үлән сәйҙәре, оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек һәр ваҡыттағыса күпләп ебәрелә. Ауылда ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы Гөлфиә Фәтҡуллина һәр өмәлә ҡатнаша. Уның улы ла алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәй.

Ирекмәндәр башлыса хаҡлы ялдағылар. Ләкин уларҙың һәр береһе Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Махсус хәрби операция биләмәһенә Стәрлебаш районынан сираттағы гуманитар ылау декабрҙә оҙатыласаҡ. Ирекмәндәр уртаҡ көс менән тупланған ярҙам яугирҙарға рухи көс өҫтәп, хәрби бурыстарҙы һөҙөмтәле үтәргә ярҙам итер тигән өмөттә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ