Туймазыла ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде

Район тулайым продукция күләме буйынса республикала 4-се урында. «Родина» мәҙәниәт һарайында үткән тантанала ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары тәбрикләнде. Улар араһында «Ҡадир» хужалығы эшсәндәре лә бар. Ике йыл элек булдырылған ойошма бер нисә йүнәлеш буйынса үҫешә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Һыйырҙарҙа әле иртәнге ашатыу мәле. Мал аҙығы ҡатнашмаһы махсус техника ярҙамында ярты сәғәт эсендә таратылып та бөтә. Планшет ярҙамында идара ителгән был техника бер нисә хеҙмәткәрҙе алмаштыра һәм үҙенә 5 тоннаға яҡын мал аҙығын һыйҙыра ала.

Туймазы районының «Ҡадир» ойошмаһы 2024 йылда быға тиклем ошонда эшләп килгән һәм ябылған хужалыҡ нигеҙендә эш башлай. Тәүҙә голштин тоҡомло 100 баш һайыр һатып алына. Әле уларҙың һаны 400-ҙән ашыу. Тәүлегенә 3 тонна ярым һөт һауылып етештереү цехына ебәрелә. Продукция Туймазы ҡалаһынан тыш, күрше илдәргә экспортҡа оҙатыла.

Күрше ҡурала иң кескәйҙәр-өс айға тиклемге быҙауҙар аҫрала. Бында улар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Көндәлек рационда-һөт һәм кәрәкле витамин, минералдар менән байытылған аҙыҡ.

Әле Туймазы районында 7 эре хужалыҡ эшләй, уларҙа 9 меңгә яҡын баш мал аҫрала. Район хакимиәте фермерҙарға һыйырҙар һәм һауын ҡоролмаларын һатып алыуға бәйле төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Сөнки һөт-килем алыуҙың төп сығанаҡтарының береһе булып тора.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ