Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы

Бөгөн Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы йыл педагогы конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы. Һөнәри бәйгелә баш ҡалала эшләүсе 42 педагог ҡатнаша.

Бала саҡта өй төҙөп уйнау иң яратҡан уйындарҙың береһе. Өфө ҡалаһының 251-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре уны бер йыя, бер һүтә. Сөнки унан төрлө әйберҙәр төҙөргә була- хатта самолет, ракета. Конструкторҙы педагог Алһыу Ришат ҡыҙы уйлап тапҡан. Мәктәпкәсә белем биреүҙә был уйын баланы төрлө яҡтан үҫтерә ти,тәрбиәсе һәм хыялы- киләсәктә уға патент алыу.

Конкурста Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү педагогтары ошондай үҙенсәлекле методикалары менән тәжрибә уртаҡлаша. Мәктәпкәсә белем биреү педагогы конкурсында Өфөнөң ете районынан 42 тәрбиәсе еңеүсе исеме өсөн көс һынаша. «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытыу буйынса йыл педагогы» ла билдәләнәсәк. Конкурсанттар биш һынау үтә. Балалар менән педагогик йүнәлеш, ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы, Оҫталыҡ дәресе, блицтурнир һәм белем биреү форсажы.

Тәрбиәселәрҙе юғары уҡыу йорттары ғалимдары, йәмәғәт ойошмалары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре, үткән йылдарҙағы һөнәри конкурстар лауреаттары һәм еңеүселәре баһалай.

Конкурс ай буйы дауам итә. Муниципаль этап еңеүсеһе республика кимәлендәге ярышта ҡатнашасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ