«Торатау» Конгресс-Холында урынлашҡан майҙансыҡта ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныша ала. Шулай уҡ бында оҫталыҡ дәрестәрен дә ойоштороу ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Торатау» Конгресс-холында асылған яңы туристик локацияла музыканттарҙың сығышын ҡарау менән бер рәттән, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашырға мөмкин. Улар менән бергә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары боронғолоҡҡа сәйәхәт ҡыла ала. Сәфәр тәүҙә бинаның төҙөлөш тарихы, уның үҙенсәлекле проекты менән ҡыҫҡаса танышыуҙан башлана. «Халыҡтар дуҫлығы йорто» исеме аҫтында нигеҙ һалынған объектта башҡорт мифологияһы һәм боронғо сармат алтын коллекцияларының һынланыуын күрергә мөмкин.
Ә уның мөһимлеге күргәҙмәгә сығарылған ҡул эштәрендә сағыла. Йәмғеһе ундан ашыу авторҙың алты тиҫтәләп биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәре тәҡдим ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. «Ҡорама кейеҙ» тип исемләнгәне мәҫәлән, һарыҡ йөнөнән 2023 йылда 115 оҫта ҡатнашлығында баҫылған. Ошо уҡ майҙансыҡта башҡорт тирмәһе аутентик үҙенсәлегендә тәҡдим ителә.
Тирмәгә ҡуйылған күпселек әйберҙәр «Әй Йола» төркөмө клиптарында уңышлы файҙаланылған. Яңы туристик локация халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмаясаҡ. Өҫтәүенә, традицион милли кейемдәрҙә фотоға төшөргә мөмкин. «Традициялар резиденцияһы» тип аталған махсус майҙансыҡҡа иһә республика оҫталарының ҡул эштәре сығарылған. Мәсетле районынан Лиана Кәримованың ҡурсаҡтары ла һәр кемде һоҡландыра.
Бер генә ҡурсаҡты эшләү өсөн оҫтаға 22 төр һөнәргә эйә булырға тура килгән. Һәр ҡул эшенең нескәлегенә төшөнөү өсөн урында оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Экспозициялар ай һайын тиерлек яңыртылып торор тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин



