Ауырғазы районында йәшәүсе оҫта тал сыбығынан үҙенсәлекле йыһаздар һәм сәнғәт әҫәрҙәре эшләй

Ауырғазы районы Вязовка ауылында тал сыбыҡтарынан мөғжизәле йыһаздар тыуҙырыусы оҫта йәшәй. Алексей Спиридоновтың ижади эштәре йорттарҙы биҙәй. Тал үреү сәнғәтен йәнләндереүсе, заманса һулыш биреүсе оҫта менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Уның һәр көнө тәбиғәт менән аралашыуҙан башлана. Материалды ҡыш һәм иртә яҙ менән, тал сыбығы көслә мәлдә әҙерләй. Алексей Спиридонов үҫентеләрҙе һайлап, оҙон, тигеҙҙәрен ала, һығылмалылығын тикшерә.Әгәр тал сыбығы тыңлаусан рәүештә ҡулын уратып алып, элекке хәленә әйләнеп ҡайтһа, тимәк, ул эшләйәсәк предметтың бер өлөшө буласаҡ.

Алексей Спиридонов эшләгән был әйберҙәр көнкүреш йәки биҙәүсе әйбер генә түгел, ә һөнәрсе теле менән һөйләнелгән бәләкәй тарих. Нәфис кәрзиндәрҙә һәм панноларҙа, үҙенсәлекле сувенирҙарҙа оҫтаның материалға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәте, һығылмалы тал сыбығында ысын сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе көстө тоя белеүе һоҡландыра.

Был кресло-бәүелсәкте махсус заказ буйынса эшләйем. Ҡалыныраҡ тал сыбыҡтарын өс өлөшкә бүләм, шымартам, һуңынан ғына ултырыу урынын үрә башлайым.Бер кресло-бәүелсәкте ҡороуға ике аҙнанан ашыу ваҡыт китә.

Алексей Спиридонов, оҫта

Тал сыбығынан һығылмалы таҫмалар эшләү станогын оҫтанан һатып алған. Бәүелсәк-кресло өлөштәренләге деталдәрҙе бөгөү өсөн иһә үҙе эшләгән махсус ҡалыптар ҡуллана. Алексей һәр әйбергә күңел йылыһын һала, элементтарҙы түҙемлек менән бәйләй. Уның ҡулында тал, тәбиғи һығылмалылығын һәм йылылығын һаҡлап, тейешле форманы ала.

Был вазала төйөнлө үреү ысулын ҡулландым. Ҡулса башта түңәрәк рәүешен ала. Һуңынан үрергә тотонам.

Алексей Спиридонов, оҫта

Уңайлы кәрзиндәр, нәфис вазалар;ағас тамырҙары көсөн туплаған ныҡлы ҡумталар;тәбиғәт менән бәйләнеште тойорға саҡырыусы еңел бәүелсәк-креслолар,семәрләнгән әйберҙәр ҡулланылған материал оҫта ҡулына килеп эләккәнсе елгә бөгөлөп торған. Ә был ҡумталар хазинаналарҙан тыш, оҫта ҡулдарының йылыһын да һаҡлаясаҡ.Алексей Спиридоновтың һәр эше-донъяға тыуҙырылған һәм ижад ителгән затлы бүләк.

Алексей Спиридоновтың оҫталығы-үткән һәм хәҙерге заман араһындағы тере күпер, ул быуаттар төпкөләнән килгән тал үреү традицияларын биҙәү-ҡулланма сәнғәтендәгн заманса алымдар менән тоташтыра. Оҫта ижад иткән әйберҙәр үҙендә тыуған ер йылыһын, эстетиканы һәм һөнәрселеккә ихлас һөйөүҙе сағылдыра.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ