Мәскәү һәм Өфө рәссамдары үҫмерҙәр өсөн яңы йәнһүрәт төшөрә башланы

Мәскәү рәссамы Дмитрий Слизовский Ағиҙелдә йәшәп ижад иткән рәссам-мультипликатор Илдар Әбдрәхимов менән үҫмерҙәр өсөн яңы йәнһүрәт төшөрөүҙә ҡатнашҡан.

серияһы ғына төшөрөлгән. Сюжет үҙәгендә совет осоронда йәшәгән һәм ҡөҙрәтле көскә эйә булған ҡыҙ тарихы. Героиняның бала саҡ хәтирәләре сағыу кадрҙар, ҡышҡы урман күренештәре аша бирелә. Яңы йәнһүрәтте кескәй тамашасыларға үҙенсөлекле яңы йыл бүләге тип тә атарға мөмкин. Интернет селтәрендә уны меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөргән. Авторҙар барлығы 30 серия төшөрөргә йыйына. Ижади төркөм туплағанда Илдар Әбдрәхимов төрлө рәссамдарға мөрәжәғәт иткән. Ул белдереүенсә, тап Дмитрий Слизовскийҙың раскадровкалары әҫәрҙең идеяһын һәм уның һүрәттәрен дөрөҫ бирергә ярҙам иткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ