Бында тауар Наманган өлкәһенән килтерелә. Әле магазинда Үзбәкстандың Башҡортостан менән берлектә етештерелгән әйберҙәре лә һатыла. Мәҫәлән, “Ҡәҙриә” тип аталған таҫтамалдар ике яҡ оҫталарының эш өлгөһө. “Айша Хоум” ойошмаһының генераль директоры Гөлсөм Усаева.
Кибетте асыу сараһында республика башлығы Радий Хәбиров һәм Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы урынбаҫары Окибжон Инамов ҡатнашты. “Парнерҙарҙың беҙгә килеүе һәм бында магазин асыуы ҡыуаныслы күренеш”, - тине Башҡортостан етәксеһе.
Үзбәкстан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төп партнерҙарының береһе. Ике ил араһында электрон сауҙа, сәнәғәткә инвестиция һалыу үҫешә, энергетика өлкәһендә уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Былтыр Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 11 миллиард долларға етте.




