Модулле медицина учреждениеһында фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса ала. Шулай уҡ электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға консультацияға ебәрә ала. Республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләй.
Башҡортостанда быйыл 6 поликлиника файҙаланыуға тапшырыла, 9 объект төҙөкләндерелә, 134 модуль конструкцияһы сафҡа инә. 2030 йылға тиклем “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы 400 фельдшер-акушер пунктын асыу ҡарала.




