Юриспруденцияны өйрәнеүсе йәштәрҙән һәм уларға белем биргән уҡытыусыларҙан уникаль фәнни-ағартыу сараһы. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында Нюрнберг процесы реконструкцияланды. Өфө фән һәм технологиялар университетының хоҡуҡ институты ойошторған сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнаны.Нюрнберг процесы-законһыҙлыҡ өҫтөнән хоҡуҡ тантанаһы.Кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙе фашлау тарихи-хоҡуҡи һәм тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте, донья күләмендәге мөһим хоҡуҡ прцессын тергеҙеүҙә ҡатнашыусылар.
Суд процесын реконструкциялау студенттарға, уҡытыусыларына һәм уҡыусыларға халыҡ-ара ғәҙеллек принциптарын тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, иң ауыр енәйәттәр өсөн яуаплылыҡтың ҡотолғоһоҙ икәнен дәлилләй. Сара сиктәрендә суд процесының төп эпизодтары театрлаштырылды. Тарихи реконструкцяла ҡатнашыусылар махсус кастинг аша һайлап алынған.



