Өфөлә Халыҡ музыка ҡоралдары фестивале үтте

Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге концерт залында «Тауышында тарих» Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Төбәк-ара фестивале үтте. Мәҙәни башланғыстар президент фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проект Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә ике этапта алып барылған. Конкурсанттар өсөн урында республиканың алдынғы музыканттары ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

Төбәк-ара фестиваль ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡубыҙ кеүек милли уйын ҡоралдарында уйнаусылар араһында ойошторолдо. Мәктәп йәшендәгеләр яңғыҙ, йә айырым ижади коллектив булып берләшеп сығыш яһаны. Мәҙәни сараның тап «Тауышында тарих» тип исемләнеүе осраҡлы түгел.

Волна
Акции БСТ