Темәстәге мәсеттә Ҡәғбәгә йүнәлтелгән ҡурайлы тәҙрәләр ҡуйыла

Ҡәғбәгә ҡараған ҡурайлы тәҙрәләр. Үҙенсәлекле рамдарҙы сығыштары Темәс ауылынан булған замандаштарыбыҙ ҡуйҙыртҡан. Баймаҡ районы ауылындағы мәсеткә хәйриә ярҙамы тураһында беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.

Темәс ауылы мәсетенә 1996 йылда нигеҙ һалына. Хәҙер инде өс тиҫтә йылға яҡын халыҡҡа хеҙмәт иткән иман йортоноң тәҙрәләре күптән яңырыу талап иткән була. Изге эшкә сығыштары ошо ауылдан булғандар ҡушыла. Һөҙөмтәлә тиҙҙән төп ғибәҙәт ҡылыу урынын ҡурай һүрәте төшөрөлгән аркалы тәҙрәләр биҙәйәсәк һәм ул билдәле, ислам дине ҡушҡанса Ҡәғбәгә йүнәлтеләсәк.

Мәсет өсөн тәҙрәләрҙе баш ҡаланың шәхси эшҡыуарлыҡ фирмаһы етештергән. Уның мәрмәр йөҙлөгөнә ҡәғбә һүрәте төшөрөләсәк. Был хәйриә ярҙамын күрһәтеүселәрҙең Кесе Ватан традицияларын һәм рухи ҡиммәттәрен, тарихты һәм мәҙәниәтте һаҡлауға индергән өлөшө иҫәпләнәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ