Өфөлә билбау көрәше буйынса донъя кубогы башланды

Турнир Риф Ғәйнанов иҫтәлегенә арналған. Ул спорттың был төрө буйынса Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй федерацияһын ойоштороусы. Башҡортостан бындай кимәлдәге ярыштарҙы беренсе тапҡыр ғына ҡабул итмәй. Көрәш һарайына Европа, Азия һәм Африканан илдәренән 150 спортсы йыйылған. Ярыштар ике көн дауамында бара. Тәүге көндә шәхси беренселектә көслөләр асыҡланһа, бөгөн командалар араһында донъя Кубогы үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ