Шишмә районында ауыл хужалығы эшсәндәренә яңы йорт асҡыстары тапшырылды

«БашкирАгроинвест» предприятиеһында эшләүсе 12 ғаилә торлаҡлы булды. Йәрми ауылындағы комплекс артабан тағы ла киңәйтеләсәк. Урындағы халыҡ өсөн юлды төҙөкләнедереү ҙә күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Тыуған көнгә-йорт асҡысы. Ауыл хужалығы тармағында тракторсы булып эшләгән Рәил Харисов тыуған көнөндә фатирлы булды. Өс бала үҫтереүсе Харисовтар был бүләккә ҡыуанып бөтә алмай. «БашкирАгроинвест» предприятиеһы тарафынан 12 ғаиләгә торлаҡ асҡыстары тапшырылды. Биш йыл ойошмала эшләгәндән һуң фатир ғаилә мөлкәтенә күсерелә.

Шишмә районы Йәрми ауылында агро-торлаҡ ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса төҙөлдә. Киләсәктә тағы ла йөҙ ғаиләгә йорт асҡысы тапшырыу күҙаллана.

Ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙең еңел булмаған хеҙмәте, тырышлығы һәм яуаплылығы иғтибарға лайыҡ. Төбәктә ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн дәртләндереү саралары артабан дауам итер тип көтөлә. Йәрми ауылына киләһе йыл юлды төҙөкләндереү ҙә күҙаллана.

Ф.Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ