Проект балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Профилактик акция барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике меңдән ашыу үҫмерҙең рулгә ултырыуын асыҡлап, административ эш ҡуҙғатҡан. Быйыл питбайк һәм башҡа ике тәгәрмәсле транспорт сараларын һатып алыу 11 тапҡырға артҡан. Үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләренең етерлек кимәлдә хәбәрҙар булмауы мөһим проблема булып тора, тиелде Дәүләт автоинспекцияһы ойошторған матбуғат конференцияһында. Мәсьәләне хәл итеү һәм граждандарға мәғлүмәт еткереү эшен көсәйтеү социаль кампанияның төп бурысы булып тора.



