Өфө ветерандары госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн шарттар тикшерелде

Өлгөлө дауахана: бында махсус хәрби операция яугирҙары ғына түгел, уларҙың туғандары ла дауалана. Был турала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель белдерҙе. Махсус хәрби операция яугиры Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендәге булдырылған шарттар менән танышты.

Владимир Иванович әйтеүенсә, Башҡортостанда яраланған һалдаттар өсөн реабилитация үтеү юғары кимәлдә ойошторолған. Бында беренсел медицина-санитар, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы һәм паллитив ярҙам күрһәтә. Дауаланыу заманса ҡоролмаларҙа һәм медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында ойошторола.

Шулай уҡ госпиталь эше менән Рәсәй геройы, полковник Денис Чернавин менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина ла танышты. Улар дауаланыу курсы үткән яугирҙар менән аралашып, шәхси һорауҙарға ла яуап бирҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ