Тарихҡа табан алтын күпер. Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостандың Милли музейында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияға әҙиптең шәхси әйберҙәре, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәр, хатта, баҫтырылмаған романдар сығарылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Әйтерһең дә, яҙыусы эш өҫтәленә бына-бына килеп ултырыр төҫлө. Ул 25 йыл элек нисек булған шул килеш һаҡланған. Хатта, хәреф машинаһындағы баҫылып бөтмәгән әҫәр ҙә хужаһын көткәндәй тойола. Яныбай Хамматов тап ошо өҫтәл артында донъя кимәлендә танылыу алған тәүге әҫәрҙәрен яҙған. Башҡортостандың Милли музейында эш башлаған күргәҙмә әҙиптең тормош һәм ижад юлын асып һала.
Күргәҙмә өҫтөндә эш йыл дауамында алып барыла. Музей хеҙмәткәрҙәренә республиканың төрлө район-ҡалаларына сығып эшләргә тура килә. Һәм уңышлы, тип әйтергә кәрәк. Әҙиптең 100 йыллығына арналған күргәҙмәлә эшсе халыҡтың музей фондында һаҡланған билдәһеҙ фотолары урын алды. Уларҙа тап Яныбай Хамматов һүрәтләгәнсә, алтын йыуыусылар төшөрөлгән.
Уның ҡарауы, Яныбай Хамматовтың халыҡ араһында билдәһеҙ эштәре лә бар. Күргәҙмәгә уларҙың тик икәүһе генә сығарылған. Һәм роман кимәленә тиклем үҫтерелгән.
Яныбай Хамматов китап уҡыусылар араһында ғына түгел, ҡасандыр эшләп киткән Әбйәлил районы халҡында ла һоҡланыу уята. Әбйәлил район Советының башҡарма комитеты рәйесе булараҡ төбәк үҫешенә тос өлөш индергән алдынғы ҡарашлы етәксе булып хәтерҙә ҡалған.
Быларҙың барыһы тиерлек әҙиптең тарихи романдарына һыйҙырылған. Ә улар ике тиҫтәләп.
Ысын халыҡ һөйөүен яулаған шәхес. Шуға ла әҫәрҙәрҙе лә уҡымлы. Башҡорт тарихын романдарында мәңгеләштергән әҙиптең хеҙмәтенә килер быуындар ҙа рәхмәтен әйтер. Әлеге саралағы кеүек. Яныбай Хамматовтың яратып башҡарған башҡорт халыҡ «Илсе Ғайса» йыры бүләсәһе тарафынан сарала махсус яңғыраны.
Азат Ғәлиуллин




