«Юлдаш» һәм «Спутник ФМ»-«Радиомания» премияһында еңеүсе

Тантана кисә Мәскәүҙә үтте. «Яңылыҡтар» номинацияһында Спутник ФМ радиоһының «Көн йомғаҡтары» мәғлүмәт сығарылышы, ә «Эфирҙан тыш проект» номинацияһында «Ҡабаҡ ҡабул итеү пункты» акцияһы еңеү яуланы. Милли премияға «Юлдаш»тар ҙа лайыҡ булды. Коллегаларыбыҙға «Яратам тип әйтеп өлгөрөгөҙ!» проекты өсөн махсус приз тапшырылды. «Радиомания» премияһын ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа федераль һәм төбәк радиостанцияларынан 278 ғариза ҡабул ителгән. Иң күп ҡатнашыусылар «Эфирҙан тыш проект», «Эфирҙағы тауыш», «Танып белеү программаһы» һәм «Радиоуйын» номинацияларында күҙәтелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ