Быйыл республикала 2 мең 156 ветеран эшкә урынлаштырылған

200-ҙән ашыу компания махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтыусыларға хеҙмәт урыны тәҡдим итә. Хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары яңы һөнәр үҙләштерә ала. 653 кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Водитель һәм кризис психологы булыу - популяр йүнәлештәр. Башҡортостан буйынса федераль инспектор Александр Окатьев үткәргән кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Йыйылыш президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса уҙғарылды. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 50-нән ашыу төр социаль ярҙам ҡаралған.  Быйыл был йүнәлеште финанслау өсөн 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. “Алда күп бурыстар тора. Хәрбиҙәрҙең һаулығын нығытыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу, ер участкалары һәм лайыҡлы торлаҡ-көнкүреш шарттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе. Шулай уҡ һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү мөһим”, - тине федераль инспектор. 

Фото №1 - Быйыл республикала 2 мең 156 ветеран эшкә урынлаштырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ