Башҡортостанда социаль объекттар төҙөлә

Урал аръяғында ике дауахана һәм бер мәктәп һалына. Әбйәлил районы үҙәгендә Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлеге, Учалыла балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов эш барышы менән танышты. Ул төҙөлөштө тиҙләтергә, объектҡа өҫтәмә эшселәр йәлеп итергә ҡушты. “Учреждениелар ваҡытында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш”, -тине ул. Асҡар мәктәбе 640 урынға иҫәпләнә. Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Бина Көнсығыш-1 биҫтәһендә урынлашҡан. Бөгөн Благовещен һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн поликлиника төҙөлә.  

Фото №1 - Башҡортостанда  социаль объекттар төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ