Башҡортостандан Ҡытай менән Көньяҡ Кореяға 26 мең тонна мал һәм ҡоштар өсөн аҙыҡ ҡатнашмаһы - шәкәр сөгөлдөрө жомы оҙатылған. Продукция лаборатор тикшереү уҙған, барлыҡ санитар талаптарға тап килә, тип белдерәләр Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан. Республикала етештерелгән мал һәм ҡоштар өсөн аҙыҡ ҡатнашмаһы сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана, сөнки продукция сифат күрһәткестәре буйынса юғары баһалана. Башҡортостан 2030 йылға тиклем экспортты 70 процентҡа арттырырға ниәтләй.




