Был турала Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итәләр. Көҙҙөң икенсе айында хаҡтар 0,8 процентҡа артҡан. Айырыуса йәшелсә-емешкә хаҡ күтәрелгән. Белгестәр быны миҙгел үҙенсәлеге менән аңлата- асыҡ һауала үҫтерелгән ҡыяр-помидорҙарҙы теплицалағы йәшелсәләр алмаштыра. Яңы уңышты һәм уҙған йылдарҙағы запасты иҫәпкә алып шәкәр арзанайған.




