Быйыл Саҡмағош районынан механизатор Мәсғүт Зыяҡаев 22 мең центнерға яҡын иген һуғып алған

Был күрһәткес менән ул йыл һайын үткәрелгән республика конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын хеҙмәт алдынғыһына бағышланы. Мәсғүт Мәүләуи улы 38 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғролоҡ күрһәтә. Коллегалары уны оҫталығы, яуаплылығы һәм йәштәргә тәжрибә уртаҡлашыуы өсөн хөрмәт итә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 2022 йылда Мәсғүт Зыяҡаевты Башҡортостандың почет грамотаһы менән бүләкләнек. Быйыл ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә яңы «Лада Нива» автомобиле тапшырҙыҡ. Мәсғүт Мәүләүи улына ергә тоғролоғо һәм һөйөүе өсөн рәхмәт!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ