Әбйәлил районында законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Шәрип ауылынан 39 йәшлек ир урмандан сығып барғанда туҡтатыла, уның транспорт сараһына бүрәнәләр тейәлгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе рөхсәт ителгән 24 кубометр ағас урынына, 75 кубометр тәшкил иткән 29 төп ҡарағай ҡырҡып ала. Шулай итеп урман фондына 550 мең һумдан ашыу суммаға зыян килтерелә. Ҡулға алыныусы өйөнә ҡайтарыла, уға хөкөм язаһы билдәләнгәнсе ауылдан ситкә сығыу тыйыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ