Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Оскар Ситдиҡов уҡыусыларға «Юнармия батырлығы» миҙалын тапшырҙы. Награда уҡыуҙа һәм спортта уңыштары, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн юнармия хәрәкәте уҡыусыларына тапшырыла. Улар араһында ҡатмарлы хәлдәрҙә аптырап ҡалмай кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғандар ҙа бар. Колонна залында 45 үҫмер тәбрикләнде. Башҡортостанда 2016 йылда булдырылған ойошмала бөтәһе 32 меңгә яҡын ағза иҫәпләнә. Активистар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, «Ворошилов уҡсыһы» фестиваленең төбәк этабында ҡатнашып еңеү яулаған Ғафури районы уҡыусылары Башҡортостан данын Анапала ил кимәлендә яҡлап ҡайтҡан.



