Стәрлебаш районының Әмир ауылында крайҙы өйрәнеү музейы барлыҡҡа килде

Ул үҙәк урамдарҙың береһендә, революцияға тиклем мәсет урынлашҡан дүрт ҡатлы бинала асылды. Экспозицияны ошо ауылда тыуып үҫкән медицина фәндәре докторы, профессор Радмир Хәсәнов туплаған. Кәштәләрҙә совет осоро магнитофондарын, боронғо үтектәр,китаптар, самауыр өлгөләрен күрергә мөмкин. Музей хәрби тарих, СССР дәүере, тәбиғәт һәм һунар тематикаһына бүленгән.

Радмир Хәсәнов музей экспонаттарын өс йыл йыя. Тәүҙә был эш менән үҙе генә шөғөлләнһә, һуңыраҡ урындағы халыҡ та ҡушылып китә. Музейҙы асыу тантанаһында Радмир Хәсәновҡа «Стәрлебаш районынының почетлы гражданины» исеме бирелде.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ